ЕР ХОҠУҒЫ, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, тәбиғи мөхитте һаҡлау һәм яҡшыртыу, ерҙә хужалыҡ итеүҙең бөтә формаларын үҫтереүгә ҡулай шарттар тыуҙырыу, дәүләттең, юридик һәм физик шәхестәрҙең хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатында ер мөнәсәбәттәрен көйләүсе хоҡуҡ тармағы. Е.х. нормалары дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, юридик шәхестәр һәм граждандар араһында ер биләү, файҙаланыу һәм уның м‑н эш итеү, ш. уҡ ер ресурстары м‑н дәүләттең идара итеүе мәсьәләләренә ҡағылышлы мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Е.х. ер тәбиғи ресурс, күсемһеҙ милек объекты һәм төп етештереү сараһы тип ҡарала. Ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙең төп принциптары: милек, ерҙе биләү һәм файҙаланыу формаларының күп төрлөлөгө; ер мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусыларҙың ергә үҙ хоҡуғын яҡлауҙа тиң хоҡуҡлылығын таныу һ.б. Ер участкаһының хоҡуҡи статусы билдәле бер ер участкаһының айырым тәғәйенләнеше, файҙаланыуға рөхсәт ителеүе һәм теркәлгән хоҡуғы (милек, ғүмерлеккә мираҫ итеп алынған ер биләмәһе, даими йәки ваҡытлыса файҙаланыу һ.б.) м‑н билдәләнә. Ерҙәр айырым тәғәйенләнеше һәм хоҡуҡ режимы б‑са түбәндәге категорияларға бүленә: а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәр, торамалар ере; сәнәғәт, транспорт, элемтә, радиотапшырыу, телевидение, информатика, энергетика, оборона һ.б. тәғәйенләнештәге ерҙәр; махсус һаҡланыусы биләмәләр; урман фонды; һыу фонды; запас (ҡара: Ер фонды).

Башҡортостанда ер ҡануниәте өлкәһендәге тәүге норматив акт булған “Башҡорт Совет Республикаһында ерҙе файҙаланыу һәм бүлеү тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр” Башҡ‑н ер эше ХК тарафынан 1919 й. ҡабул ителә, унда 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декреттың төп положениелары сағылыш таба. Советтарҙың 1‑се Бөтә Башҡ. съезы тарафынан 1920 й. июлендә ҡабул ителгән һәм закон статусы алған ер мәсьәләһе б‑са резолюцияға ярашлы, респ. сиктәрендәге бөтә ер берҙәм дәүләт фондына инә, ерҙе файҙаланыу хоҡуғы уны эшкәртеүселәргә бирелә (ҡара: Ер сәйәсәте). РСФСР Ер кодексы нормаларына нигеҙләнгән БАССР Ер кодексы (1922) респ. ер мөнәсәбәттәренең үҙенсәлекле һыҙаттарын сағылдыра. 20‑се йй. аҙ. алып автономиялы республикаларҙағы ер ҡануниәтенең әһәмиәте кәмей. Респ. ер ҡануниәтенең төп күләмен федератив ҡануниәтте ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән законға нигеҙләнгән норматив акттар тәшкил итә.

90‑сы йй. ер реформалары (РСФСРҙың 1990 й. 23 нояб. “Ер реформаһы тураһында” законы, 1991 й. 25 апр. РСФСР Ер кодексы һ.б.) барышында ергә дәүләт монополияһы бөтөрөлә. 1993 йылғы РФ Конституцияһы м‑н ергә хосуси милек хоҡуғы нығытыла, ер ҡануниәте РФ м‑н уның субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһенә индерелә. БР хакимиәт даирәһенә ер ҡануниәте 1993 йылғы БР Конституцияһына, 1991 й. 22 мартындағы БР Ер кодексына (2004 й. алып көсөнән сыға), Федератив договорға, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” РФ һәм БР договорына ярашлы индерелә. 2001 й. алып БРҙың ер ҡануниәте РФ Конституцияһына ярашлы үҙгәртелә. Респ. ер мөнәсәбәттәре 2001 й. 25 окт. РФ Ер кодексы, 1998 й. 16 июлендәге “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеүҙе дәүләт көйләүе тураһында”, 2002 й. 24 июлендәге “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында” федераль закондары һ.б. м‑н көйләнә.

Әҙәб.: Мухаметдинов Р.К. Земельное законодательство Республики Башкортостан //Сборник нормативных документов. Уфа, 1993.

Р.Ҡ.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика