ЕЛЬЦИН Борис Николаевич (1.2.1931, Урал өлкәһе Бутка а. — 23.4.2007, Мәскәү), Рәсәйҙең беренсе Президенты (1991—99). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) “Уралтяжтрубстрой” һәм “Южгорстрой” трестарында, 1965 й. алып Свердловск йорттар төҙөү комб‑тында эшләй. 1976 й. башлап КПСС-тың Свердловск өлкә ком‑тының 1‑се секретары, 1985—86 йй. КПСС ҮК секретары, бер үк ваҡытта 1985 й. алып КПСС‑тың Мәскәү ҡала ком‑тында 1‑се секретарь; 1987 й. башлап СССРҙың Дәүләт төҙөлөш ком‑ты рәйесенең 1‑се урынбаҫары — СССР министры, 1990—91 йй. РСФСР ЮС‑ы рәйесе. 2000 й. алып Рәсәйҙең беренсе Президенты Б.Н.Ельцин фондына етәкселек итә. Е. осоронда Федератив договорға һәм БР‑ҙың уға ҡушымтаһына, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” килешеүенә ҡул ҡуйыла. 1990 й. һәм 1996 й. Өфө, Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡҡ. була. СССР һәм РСФСР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1981), Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1974), “Почёт Билдәһе” (1966), 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2001), сит ил һәм сиркәү орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика