ДӘҮЛӘТ СИМВОЛИКАҺЫ, Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлеген һәм тарихи-мәҙәни традицияларын, геогр. урынлашыу, иҡт., интеллектуаль ҡеүәте һәм рухи тормошо үҙсәнлектәрен сағылдырыусы рәсми символдар һәм эмблемалар йыйылмаһы. БР Конституцияһына ярашлы Д.с., 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” БР Законы м‑н раҫлана. Д.с. дәүләт гербы, дәүләт гимны, дәүләт флагы ҡарай. Респ. дәүләт символдарын булдырыу һәм ҡулланыу өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәте алып барыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке