Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GERB.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GERB.jpg'

ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ, дәүләттең геральдика ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнгән һәм билдәле тәртиптә раҫланған рәсми эмблемаһы. БАССР-ҙа беренсе тапҡыр 1925 й. раҫлана (ҡара: Гербтар). Д.г. ғәмәлдәге һүрәте 1993 й. 12 окт. “БР-ҙың дәүләт гербы тураһында” БР Законы м-н раҫлана, авторы — рәссам Ф.Ф.Ислахов. БР Конституцияһы һәм 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” БР Законына ярашлы, БР-ҙың Д.г. милли орнамент м-н уратып алынған түңәрәк эсендәге ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында төшөрөлгән Салауат Юлаев һәйкәле (скульптор С.Д.Тавасиев) һүрәтенән тора. Аҫтында ҡурай сәскәһе һәм БР дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ буйына “Башҡортостан” тип яҙылған. БР Д.г. һүрәтендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм орнамент — алтын төҫөндә, ҡурай сәскәһе — йәшел, ҡояш — асыҡ алтын, ҡояш нурҙары — һары, һәйкәл м-н орнамент араһындағы фон — аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡарағусҡыл алтын төҫкә буялған. Д.г. БР-ҙың норматив-хоҡуҡи акттарының, БР-ҙың юғары дәүләт органдары ҡарарҙарының рәсми бланкыларында, дәүләт власы органдары биналарының алғы яғында, БР-ҙың ҡиммәтле ҡағыҙҙары, лотерея билеттарында һ.б. һүрәтләнә. Халыҡ алдында Д.г. ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән өсөн юридик яуаплылыҡ ҡаралған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст статьи на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.