ДӘҮЛӘТ СУВЕРЕНИТЕТЫ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ, 1990 й. 11 окт. БАССР Юғары Советы ҡабул итә. Преамбуланан һәм 10 пункттан тора. Документта, 1919 й. РСФСР составында ойошторолған республика СССР һәм яңыртылған Рәсәй Федерацияһы субъекты булып тора, хәҙ. шарттарҙа автономиялы респ. статусы Башҡортостандың бөтә яҡлап соц.-иҡт. үҫешен тәьмин итмәй, тип билдәләнә. Декларация респ. ғәмәлдәге сиктәрендә уның бөтә терр‑яһында дәүләт суверенитетын иғлан итә һәм БАССР-ҙы БССР‑ға — Башҡортостанға үҙгәртә. Респ. терр‑яһындағы ерҙе, ер аҫтын, тәбиғи байлыҡтарҙы һәм ресурстарҙы, ш. уҡ уның бөтә иҡт. һәм фәнни-техник потенциалын Башҡортостандың күп милләтле халҡының милке, тип иғлан итә. Башҡортостандың СССР, РСФСР һ.б. респ. м‑н мөнәсәбәттәре килешеү нигеҙендә ҡорола, тип белдерә, бөтә терр‑яла республикаға тулы дәүләт власы (федераль үҙәккә ирекле тапшырыласаҡ хоҡуҡи көйләү өлкәләренән башҡа) бирелеүен нығыта; респ. ҡануниәте системаһының һәм хоҡуҡи дәүләт структураларының үҫеш принциптарын билдәләй. Респ. йәшәгән бөтә граждандарға хоҡуҡтар һәм иректәр, Башҡортостан халыҡтарына тел һәм мәҙәниәттәре үҫешенең тиңлеген гарантиялай; БССР республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ күрһәтә, тип иғлан итә. Декларацияның төп положениелары Конституцияла (1993) һәм БР ҡануниәтендә нығытыла. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 2005 й. 27 ғин. ҡарарына ярашлы, Декларация үҙ көсөн юғалта. БР‑ҙа Декларация ҡабул ителгән көн байрам көнө иҫәпләнә.

З.И.Йәнекәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.