ГРАЖДАНЛЫҠ, физик шәхес м-н дәүләттең үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар бергәлегендә сағылдырылған тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше. Г. эйә булыу – шәхестең закон тарафынан танылған барлыҡ хоҡуҡтар һәм иректәр м‑н тулыһынса тәьмин ителеүе, ил эсендә, ш. уҡ унан ситтә уның яҡланыуы тәүшарты.

БАССР‑ҙа Г. институты БАССР-ҙың 1937 (17-се статья) һәм 1978 (28-се статья) йылғы Конституцияларында нығытыла, улар б-са БАССР-ҙың һәр гражданы РСФСР һәм СССР гражданы була. Г. алыу һәм юғалтыу нигеҙҙәре, тәртибе СССР-ҙың Г. т-дағы законы м‑н билдәләнә. БССР-ҙың Г. т-дағы законы нигеҙендә БССР-ҙың 1990 й. 26 дек. законы м-н БССР Конституцияһына Г. мәсьәләләрен көйләүҙе билдәләүсе норма индерелә. Артабан, РФ-та Г. уртаҡ булыу принцибына нигеҙләнеп, БР Конституцияһынан БР Г. т‑дағы положениелар алып ташлана. РФ-тың 1993 й. Конституцияһына (6-сы, 17–64-се статьялар) һәм 2002 й. 31 майындағы “РФ гражданлығы тураһында” Федераль Законға ярашлы, Г. бәйле бөтә мәсьәләләрҙе федераль ҡануниәт көйләй.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.