ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ, РФ‑тың һәм уның субъекттарының, РФ һәм уның субъекттары дәүләт органдарының, РФ Конституцияһы, РФ субъекттары конституциялары, федераль закондар, РФ субъекттары закондары м‑н федераль дәүләт органдары һәм РФ субъекттары дәүләт органдарының вәкәләттәрен туранан-тура башҡарыу өсөн булдырылған вазифаларҙы биләгән кешеләрҙең вәкәләттәренең үтәлешен тәьмин итеү б‑са РФ граждандарының һөнәри хеҙмәт эшмәкәрлеге; административ хоҡуҡтың үҙәк ин‑ттарының береһе. Д.х. системаһы дәүләт граждан, хәрби, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәрен үҙ эсенә ала. Хәрби һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре федераль Д.х. төрҙәре булып тора; дәүләт граждан хеҙмәте федераль хеҙмәткә һәм РФ субъекты хеҙмәтенә бүленә. РФ субъектының дәүләт граждан хеҙмәтен хоҡуҡи яҡтан көйләү — РФ‑тың һәм РФ субъектының берлектәге, ә уны ойоштороу РФ субъекты ҡарамағына инә. Д.х. т‑дағы закондарға РФ Конституцияһы, 2003 й. 27 майындағы “Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында”, 2004 й. 27 июлендәге “Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәте тураһында” федераль закондары һ.б. нормативхоҡуҡи акттар ҡарай. БР‑ҙа 2005 й. 18 июлендәге “Башҡортостан Республикаһы дәүләт граждан хеҙмәте тураһында” законы эшләй. БР‑ҙың дәүләт граждан хеҙмәте закондар сығарыу власы, башҡарма власть һәм суд власы органдары аппараттарында, ш. уҡ дәүләт исеменән уның функцияларын башҡарыусы һәм БР‑ҙың закон сығарыу акттары б‑са БР дәүләт граждан хеҙмәтен бойомға ашырыусы органдарға ҡараған башҡа дәүләт органдарында ғәмәлгә ашырыла. БР‑ҙың Д.х. кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм иреклеге өҫтөнлөгө, граждандарҙың БР‑ҙың Д.х. инеүгә тиң мөмкинлеге, хеҙм‑рҙәрҙең профессионализмы һәм компетентлығы, Д.х. тотороҡлолоғо, БР Д.х. т‑да мәғлүмәт алыу мөмкинлеге, БР Д.х. ижт. берекмәләр м‑н үҙ-ара эш итеүе, хеҙм‑рҙәрҙең һөнәри хеҙмәт эшмәкәрлегенә хаҡһыҙ ҡыҫылыуҙарҙан яҡланған булыуы һ.б. принциптарға нигеҙләнә.

Төбәктә Д.х. системаһы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң барлыҡҡа килә. Воевода идаралығы индерелгәндән һуң “батша хеҙмәте” (ҡара: Ҡазан һарайы приказы, Өфө приказ өйө) барлыҡҡа килә, уны хеҙмәтле кешеләр, дьяктар, подьячийҙар һ.б. башҡара. Башҡ. феодаль ҡатламы Мәскәү батшаһына хеҙмәткә йәлеп ителә; дәүләттең көнсығыш сиктәрен һаҡлаған өсөн (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), Урта Азия ханлыҡтары, Себер ханлығы һ.б. м‑н дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған өсөн “батшанан хеҙмәт хаҡы” ала. 18 б. алып төбәк администрацияһы көньяҡ-көнсығыш сиктәрҙең именлеген тәьмин итеү, башҡорттарҙы буйһондороп тотоу һ.б. функциялар башҡара. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә идара итеүҙең кантон системаһы булышлыҡ итә. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы барлыҡҡа килгәндән һуң урындағы идара органдарында Д.х. ойоштороу, дәүләт вазифаларына һайлап алыу, уны башҡарыу принцибы һәм тәртибе ҡәтғи көйләнә һәм Рәсәйҙең Европа өлөшө губерналарындағы кеүек үк була. 18 б. башынан төбәктә административ аппараттың уникаль төрө — тау-завод администрацияһы барлыҡҡа килә. Рәсәй империяһы законы б‑са, Д.х. ҡабул иткәндә, кандидаттың ҡайһы ҡатламдан булыуы, йәше һәм белем кимәле иҫәпкә алынған. Д.х. административ һәм суд органдарына инеүҙә дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), шәхси дворяндарҙың, 1‑се гильдия сауҙагәрҙәренең, Д.х. торған кешеләрҙең, ғалимдарҙың һәм рәссамдарҙың улдары өҫтөнлөккә эйә булған; һалым түләүселәрҙе һәм башҡа түбән ҡатлам кешеләрен Д.х. хоҡуҡ биреүсе уҡыу йортон тамамла майынса хеҙмәткә алыу тыйылған. Вазифа биләү хоҡуғы һәм тәртибе “Рангылар табеле” (1722) б‑са көйләнеүсе граждан чиндары (чиновникка бирелә торған титул) системаһына нигеҙләнгән. Бөтә вазифалар түбәнге, урта һәм юғары кластарға бүленгән. Унан тыш, табелгә инмәгән дәүләт хеҙм‑рҙәре — “канцелярия хеҙмәтселәре” төркөмө була, ул хеҙмәт эшмәкәрлегенең башланғыс баҫҡысы һанала. Тейешле йыл эшләгәндән һуң юғарыраҡ чин бирелгән һәм был хоҡуҡтарға, (мөлкәт һәм мөлкәткә ҡарамаған), ш. иҫ. икенсе ҡатламға күсеү хоҡуғына, бәйле булған. Д.х. төп ойоштороу принциптарының береһе иң түбәнге класс чинынан юғарыһына тиклем күтәрелеүҙән ғибәрәт булған.

19 б. 60‑сы йй. алып ҡайһы бер учреждениеларға һәм вазифаларҙың ҡайһы бер категорияларына бөтә ҡатлам вәкилдәренә лә инеү рөхсәт ителгән. Д.х. өсөн ведомстволар билдәләгән күләмдә аҡсалата эш хаҡы түләнгән. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са, Өфө губерна дәүләт идаралығы аппаратында эшләүселәр һаны 3426 кеше тәшкил иткән, шуларҙың 2054‑е адм.-суд органдарында хеҙмәт иткән; йәмәғәт һәм ҡатлам хеҙмәттәрендә — 1372, штатлы вазифаларҙа 2581 кеше эшләгән; Д.х. урыҫтар — 84,18%, башҡорттар — 6,92%, татарҙар — 5,22%, мариҙар — 0,7%, сыуаштар 0,62% булған. Төбәктең урыҫ булмаған халыҡ вәкилдәренең Д.х. инеү мөмкинлеге бик аҙ булған, сөнки урыҫ телен белеү талап ителгән. Шулай уҡ дингә бәйле сикләүҙәр ҙә булған. Хакимлыҡ итеүсе Сенаттың 1873 й. 2 дек. указына ярашлы, ҡала думалары гласныйҙарының өстән ике өлөшө христиандарҙан торорға тейеш булған. Революциянан (1917) һуң Рәсәй империяһы Д.х. бөтөрөлә, РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм ХКС‑ының 1917 й. 10 нояб. “Ҡатламдарҙы һәм граждан чиндарын бөтөрөү тураһында” декреты м‑н граждан чиндары бөтөрөлә. Элекке губерна учреждениелары губерна башҡарма ком‑ттарына үҙгәртелә (ҡара: Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты, Өфө губерна революцион комитеты). Өйәҙҙәрҙә һәм улустарҙа Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары (ҡара: Советтар) ойошторола. Өфө губ. Башҡ. республикаһына (Бәләкәй Башҡортостан) ҡушылыу м‑н совет идара итеү персоналының сифат һәм һан составы үҙгәрә. Респ. һәм кантон учреждениеларында 1929 й. ҡарата — 9574, 1940 й. 11903 совет хеҙм‑ре эшләй. 30—40‑сы йй. Д.х. өлкәһендә йәшеренлек, ябыҡлыҡ һәм партияла тороу принцибы б‑са ентекле һайлап алыуға нигеҙләнгән номенклатур бюрократия формалаша. Етәксе партия һәм совет кадрҙарын респ. һәм өлкә Юғары партия мәктәптәре (ҡара: Өфө юғары партия мәктәбе) әҙерләй. Партия һәм совет структураларының ҡушылыу процесы бара: респ. райондары һәм ҡалалары партия ком‑ттарында халыҡ хужалығының ҡайһы бер тармаҡтарына етәкселек итеүсе бүлектәр ойошторола, дәүләт органдарының партия органдарына буйһоноу практикаһы барлыҡҡа килә. 1987 й. ҡарата идара итеү органдарында мәшғүл хеҙм‑рҙәр һаны 14258 кеше тәшкил иткән. Совет осоронда Д.х. т‑да махсус закон булмай. Партия һәм совет хеҙм‑рҙәренең хоҡуҡи хәле, нигеҙҙә, СССР‑ҙың хеҙмәт законы м‑н билдәләнә, дәүләт органдарында эшләүселәр бөтәһе лә дәүләт хеҙм‑рҙәре тип таныла. Айырым хоҡуҡи институт булараҡ Д.х. 1993 й. РФ Конституцияһын ҡабул иткәндән һуң формалаша башлай.

РФ Президентының 1993 й. 22 дек. Федераль Д.х. т‑дағы положениены раҫлаған указы тәүге норматив-хоҡуҡи акт була, артабан 1995 й. 31 июлендә “Рәсәй Федерацияһында дәүләт хеҙмәте нигеҙҙәре тураһында” федераль закон ҡабул ителә (2004 й. көсөнән сыға). БР‑ҙа Д.х. т‑да закон 1994 й. ҡабул ителә (2005 й. көсөнән сыға). Граждан хеҙмәте вазифаларына ҡарата квалификация талаптары иҫәбенә һөнәри белем (юғары йәки урта) кимәленә, Граждан хеҙмәте стажына йәки һөнәр б‑са эш стажына (тәжрибәһенә), вазифа бурыстарын үтәү өсөн кәрәкле һөнәри белемгә һәм оҫталыҡҡа талаптар инә. Граждан хеҙмәтендә биләгән вазифаға ярашлы, дәүләт хеҙм‑рҙәренә, квалификация имтиханы һөҙөмтәләренә ҡарап, класс чиндары бирелә. БР‑ҙың тулы хоҡуҡлы дәүләт советнигы, БР‑ҙың дәүләт советнигы кеүек класс чиндарын — Башҡортостан Республикаһы Президенты, башҡа чиндарҙы дәүләт органы етәксеһе йәки ул вазифаны башҡарыусы башҡа кеше бирә. БР‑ҙа дәүләт власының федераль органдарында Д.х. 16207 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 12581‑е – башҡарма власть, 3626‑һы — суд власы һәм прокуратура органдарында; респ. дәүләт власы органдарында — 18622 кеше, шуларҙың 582‑һе — закондар сығарыу, 17104‑е — башҡарма власть, 936‑һы — суд власы һәм прокуратура, 195 кеше башҡа дәүләт органдарында хеҙмәттә (2010). Д.х. мәсьәләләрен хәл иткәндә, дәүләт органдары эшмәкәрлеген координациялау маҡсатында, 2004 й. Муниципаль (дәүләт) хеҙмәте мәсьәләләре б‑са респ. комиссияһы ойошторола. Дәүләт хеҙм‑рҙәрен әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү Авиация техник университетында, Аграр университетта, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Иҡтисад һәм сервис академияһында һ.б. ғәмәлгә ашырыла. Йәмғиәттең хоҡуҡи һәм соц. ин‑ты булараҡ Д.х. т‑да мәсьәләләр И.Р.Ғимаев, С.Ю.Кабашов, В.Л.Усачёв, М.И.Халиҡов, М.Ә.Әйүпов һ.б. тарафынан өйрәнелә.

Әҙәб.: Гимаев И.Р. Государственная служба как институт правового государства: проблемы теории и практики. М., 2004.

С.Ю.Кабашов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.