ГОРБАЧЁВ Михаил Сергеевич (2.3.1931, Төньяҡ Кавказ крайы Привольное а.), СССР Президенты (1990 —91). МДУ (1955), Ставрополь а.х. ин‑тын (1967) тамамлаған. 1955 й. алып комсомол, 1962 й. — партия эшендә. 1966 й. башлап КПСС‑тың Ставрополь ҡала ком‑тының 1‑се секретары, 1968 й. — Ставрополь край ком‑тының 2‑се, 1‑се секретары; 1978 й. — КПСС ҮК секретары, 1985 й. – Ген. секретары; 1988 й. — СССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе, 1989 —90 йй. СССР ЮС‑ы рәйесе. 1991 й. Халыҡ-ара соц.-иҡт. һәм политологик тикшеренеүҙәр фондына (Горбачёв-Фонд) етәкселек итә. Үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен башлаусы. 1980 —90 йй. Г. бер нисә тапҡыр шәхси сәфәр м-н Башҡортостанға килә, Оло Теләк һәләкәте (ҡара: Техноген һәләкәттәр) шарттарын тикшереү б-са хөкүмәт комиссияһы составында була. Тыныслыҡ өсөн Нобель пр. лауреаты (1990). Ленин (1971, 1973, 1981), Окт. Революцияһы (1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1966), Изге Андрей Первозванный (2011), Почёт (2001) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика