ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович [1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) – 1937], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1914 –18). 1919 й. алып Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек нач., Приуральский хәрби округының сәйәси идаралығы нач. урынбаҫары. 1921 й. башлап Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1922 й. алып БАССР юстиция халыҡ комиссары, прокуроры. 1923 й. башлап Вятка губ., 1926 й. – Урал өлк. прокуроры, 1930 й. февр.–дек. РСФСР прокуроры урынбаҫары, 1931 й. – РСФСР ХКС-ының эштәр идарасыһы. Халыҡ комиссары вазифаһында респ. прокуратура органдары булдырыу һәм баш-баштаҡлыҡты бөтөрөү б-са әүҙем эш алып бара. 1936 й. репрессиялана һәм атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика