ГЕРАСИМОВ Александр Петрович (4.12.1951, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Иҡт. ф. канд. (1984), юридик ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) БДМИ‑ла уҡыта. 1989 й. алып ӨЮИ‑ла эшләй: иҡт. фәндәре каф., 1996 й. алып ситтән тороп уҡыу ф‑ты нач., 2012 й. башлап Башҡ-н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй иҡт. хәүефһеҙлегенең хоҡуҡи проблемаларына арналған. 200‑ҙән фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Экономическая безопасность Российской государственности: экономико-правовые аспекты. СПб., 2001.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика