ИСЛАМҒОЛОВА Ынйы Әхмәт ҡыҙы (12.9.1935, Ырымбур өлк. Сабаҡлы а.), педагог-методист. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Ырымбур өлк. Хәлил р‑ны Әптерәш тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1960 й. алып Хәйбулла р‑ны Аҡъяр урта мәктәбенең дир. урынбаҫары, 1963—73 йй. Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑ты методисы. И. башланғыс кластар өсөн башҡорт теле дәреслектәренең һәм методик ҡулланмаларҙың, ш. иҫ. “Әлифба”ның (1998), авторҙашы.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018