ИСҠУЖИН Мөхәмәтғәле Ғәли улы (23.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Урта Мотал а.  — 22.2.2000, Өфө), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Үзбәк ун‑тын (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954) тамамлаған. 1960 й. алып 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы, 1961 й. — “Кабель” КБ инженер‑конструкторы, 1968 й. — Башҡ‑н техник мәғлүмәт үҙәк бюроһы бүлеге нач., 1970 й. — Өфө “Молния” агрегат КБ инженеры, 1972—88 йй. 20‑се урта мәктәп (бөтәһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. “Башҡортостан Республикаһында милли мәктәптәр үҫеше концепцияһы” (1993) проекты авторҙарының береһе. И. инициативаһы м‑н респ. бер нисә башҡ. белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. Лицей №136, Өфө гимназияһы №20, асыла. “Аҡтамыр” халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеү башҡ. үҙәге рәйесе (1995—2000). И. исеме Өфөнөң 136‑сы лицейына (2007), Күмертау ҡ. 13‑сө башланғыс мәктәбенә [2000; терр‑яһында һәйкәл ҡуйылған (2013)], Күмертау һәм Өфө ҡҡ. урамдарға бирелгән. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2008).

Т.Ғ.Исҡужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке