ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Туймазы р‑ны. Иҫке Туймазы а. урынлашҡан. 1918 й. мәктәп базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына, 1927 й. алып башланғыс, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1963 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, йыйылыш һәм спорт залдары, уҡыу-тәжрибә участкаһы бар. Урта мәктәпте 1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.С.Ғәбдрәхимов, Ф.З.Хафизов. Мәктәп бинаһына Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы Т.Т.Ғарифуллинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1989).

М.М.Килдейәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.