ИҪКЕ ҠОРОС УРТА МӘКТӘБЕ, Баҡалы р‑ны. 1870 й. 1 класлы урыҫ-татар ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, медиатекаһы, йыйылыштар һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханаһы, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты, автомобиль эше кабинеты, автоһәм а.х. машиналары, гаражы, уҡыу-тәжрибә участкаһы бар. Урта мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ә.К.Ғәлләмов.

И.М.Маннапов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018