ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы [20.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яхъя а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], педагог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1968). СССР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1967). Өфө уҡытыусылар ин‑тын (1949), БДУ‑ны (1960) тамамлаған. 1949—91 йй. (өҙөклөк м‑н) Салауат р‑нының Арҡауыл урта мәктәбе, 1955—62 йй. Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ урта мәктәптәре уҡытыусыһы. СССР ЮС‑ының 8—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1968).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.