ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы (28.2.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а.), педагог. Филол. ф. канд. (1980). РФ (1993) һәм БАССР (1982) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1957), БДУ‑ны (1965) тамамлаған. 1954 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының Бишауыл‑Уңғар киске мәктәбендә (дир.), 1955 й. — Түб. Төкөн тулы булмаған урта мәктәбендә, 1956—98 йй. Үтәгән урта мәктәбендә (1964 й. башлап дир. урынбаҫары, 1965 й. дир.) эшләй. Башҡ. әҙәбиәте б‑са дәреслектәр һәм уҡы- тыу‑методик әсбаптар авторҙашы.

Әҙәб.: Ғәлинурова Л.К. Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары: тарихи-педагогик очерктар. Өфө, 2004.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке