ИКЕНСЕ КЛАСЛЫ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘПТӘРЕ, православие идаралығына ҡараған грамота мәктәптәренә уҡытыусылар әҙерләү өсөн Рәсәйҙәге урта пед. уҡыу йорттары. 1895 й. ойошторолалар. Икенсе класлы уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (1902) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар һәм уның аҡсаһы иҫәбенә тотолалар. 1 класлы сиркәү‑мәхәллә мәктәбе кимәлендә инеү имтихандарын тапшырған православие динендәге 13—17 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсы 3 йыл тәшкил иткән. Мәктәптәрҙә 2 дөйөм белем биреү һәм пед. кластар эшләгән. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, сиркәү тарихы, сиркәү‑славян теле, иконалар төшөрөү, урыҫ теле (телмәр һәм әҙәбиәт), Рәсәй һәм дөйөм тарих, дөйөм география, геометрия һәм ер үлсәү нигеҙҙәре м‑н арифметика, һыҙым, педагогика нигеҙҙәре һ.б. ингән. Сиркәү-мәхәллә мәктәптәрендә һәм грамота мәктәптәрендә пед. практикалар ойошторолған. Сығарылыш уҡыусылары таныҡлыҡтар алған. 1918 й. бөтөрөләләр.

1912 й. Өфө губернаһында Баҡалы (Бәләбәй өйәҙе), Верхотор (Стәрлетамаҡ өйәҙе), Кама-Берёзовка (Николо-Берёзовка а., Бөрө өйәҙе), Минзәлә (Минзәлә өйәҙе), Михайловка (Златоуст өйәҙе), Подлубов (Өфө өйәҙе) И.к.у.м. эшләгән.

Т.М.Әминев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018