ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1893 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1917 й. — 1-се баҫҡыс мәктәп, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1969 й. хәҙ. статусын ала. Уҡыу оҫтаханаһы, компьютер кабинеты, хәрби дан музейы, биҙәүҡулланма сәнғәте художество галереяһы бар. Урта мәктәпте 1,4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011). Мәктәп бинаһына уны тамамлаусылар И.А.Никитин (Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк була) һәм Э.Л.Афанасьев (Чечняла һәләк була) хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2003).

Р.В.Иванова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика