ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ, Шаран р‑ны. 1923 й. 1-се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1932 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1938 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. И.Ә.Абдуллин исеме бирелә. Шаран р‑нының Бурһыҡ, Ҡыртүтәл һәм Һарыһаҙ аа. 3 филиалы эшләй. Производство участкаһы, а.х. машиналары, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, Абдуллин ис. музейы бар. Урта мәктәпте 2,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Абдуллин, Д.Б.Гәрәев, Н.Х.Кәримов, З.Ә.Әхмәтйәнова. Мәктәп бинаһына — Абдуллинға (2005), Әхмәтйәноваға (1993), Б.В. һуғышында һәләк булған Н.С.Ғәлләмшинға (2008), музейҙа Чечняла хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған Д.Ә.Хәйруллинға (2004) мемориаль таҡтаташтар, мәктәп терр‑яһында беренсе уҡытыусы М.Х.Хужинға һәйкәл (2000) ҡуйылған. 

Ф.Б.Харисова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика