ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ, ерҙәрҙе ыҙанлау һәм ер төҙөлөшө б‑са белгестәр әҙерләү өсөн урта махсус уҡыу йорто. 1877 й. Ырымбур ҡ. асыла, 1879 й. Өфөгә күсерелә. Игенселек министрлығы ҡарамағында була; уҡыу барышы м‑н составында училище начальнигы, уҡытыусылар һәм күҙәтеүселәр булған уҡытыу һәм хужалыҡ итеү комитеттары етәкселек итә. Бөтә ҡатламдарҙан реаль училищеның 4 класын йәки гимназияның 5 класын тамамлаған 15—19 йәштәге (1909 й. башлап 15—20) үҫмер малайҙар имтиханһыҙ, ләкин “математика һәм урыҫ теленән тикшереү һынауы үтеп” ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған, аҡсаға мохтаж уҡыусылар ер үлсәүселәргә ихтыяжлы ойошмаларҙан стипендия (айына 10—15 һум) алған. Уҡыу йортон тамамлағас, стипендиаттар күпмелер йыл уларҙа эшләргә тейеш булған. Уҡыу курсы — 2 йыл (1881 й. алып 3, 1909 й. — 4). Уҡыу программаһына дөйөм белем дисциплиналары м‑н бергә ботаника, геодезия, тупраҡ ғилеме, а.х. һәм урман таксацияһы, топография, нивелирлау, ыҙанлау закондары һ.б. махсус фәндәр ҙә ингән. Йәй көнө практик күнекмәләр үткәрелгән. Уҡыусылар иңбашына “һәр кемдеке үҙенә” (“каждый при своём”) девизы яҙылған билдә тағылған махсус форма кейгән, был һүҙҙәр императрица Екатерина II дәүләт ыҙанлауы т‑дағы резолюцияһынан алынған. Тамамлаусылар Мәскәү ыҙанлау ин‑тында уҡыуын дауам итә алған. 1,2 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән, улар араһында В.В.Брусянин. 1919 й. училище баҫыусылыҡ, урмансылыҡ, йәшелсәселек һәм умартасылыҡ бүлексәләре булған а.х. курсы итеп үҙгәртелә (ҡара: Урман хужалығы техникумы). Нач.: А.И.Богородский, И.В.Автократов. Е.ү.у. бинаһы (Окт. революцияһы урамы, 10; 1870—1880 йй. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Гурвич Н.А. Справочная книжка Уфимской губернии. Уфа, 1883; Белавин К. К истории просвещения в Оренбургском крае. М., 1903; Аминов Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века—до 1917 года. М., 2006.

В.Н.Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика