ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1930 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Токарлыҡслесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп тарихы музейы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ү.Ғ.Ғосманов, З.Н.Имамов, З.Ф.Кәримов, В.С.Мирзаянов, Ә.Н.Фәхретдинов, Э.Әғзәми; бында ш. уҡ Ф.Й.Ҡудашева уҡыған. Мәктәп бинаһына Ҡудашеваға һәм Фәхретдиновҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2000).

Ә.Ә.Баянова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.