ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ, Дыуан р‑ны Дыуан а. урынлашҡан. 1898 й. һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — а.х. техникумы. 1983 й. техникум һәм “Дыуан” с‑зы нигеҙендә “Дыуан” совхоз‑техникумы ойошторола, 2000 й. башлап аграр техникум. 2016 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автомобиль транспортын техник ҡарау һәм ремонтлау, агрономия, а.х. механизациялау, ветеринария һөнәрҙәре б‑са алып барылған. Уҡытыу‑производство базаһы, китапханаһы, техникум тарихы музейы, баҡсаһы, 4 уҡыу оҫтаханаһы, стадионы, атыу тиры, саңғы базаһы, 2 ятағы, автотрактородромы һ.б. булған. 1930 й. башлап 11 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында — Г.В.Ваганов, Н.Ғ.Ғизбуллин, В.Д.Хужин, Р.Р.Әхмәтов.

Т.А.Фазлыев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке