ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ, Дыуан районы. 1840 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1865 й. алып өйәҙ писарҙар уч‑щеһы, 1870 й. — башланғыс халыҡ мәктәбе, 1906 й. — башланғыс земство мәктәбе, 1918 й. —1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. – тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Балта оҫтаһы-слесарлыҡ оҫтаханаһы, тегелгән әйберҙәр һәм аш-һыу әҙерләү технологияһы кабинеттары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Д.у.м. м‑н С.А.Михляев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 2,8 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2011), улар араһында С.Ә.Асҡаров, А.М.Баһауетдинов, Г.В.Ваганов, Михляев, В.И.Осипов, Л.И.Рязанов, А.Г.Сафонов, А.И.Секерин. Мәктәп терр‑яһында Сафоновҡа һәйкәл ҡуйылған (1977).

С.В.Петухов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке