ДОКТОРАНТУРА, ғилми һәм ғилми-пед. кадрҙар әҙерләү системаһының юғары баҫҡысы, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһының бер өлөшө. Д. юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа фән һәм техника өлкәһендә юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы планлы әҙерләү маҡсатында ойошторола. Д. фән канд. ғилми дәрәжәһе, билдәле бер өлкәлә ҙур фәнни ҡаҙаныштары булған кешеләр ҡабул ителә. Рәсәйҙә Д. 1930‑сы йй. индерелә, 1956 й. бөтөрөлә, 1987 й. яңынан тергеҙелә. Башҡортостанда 1991 й. — БДУ һәм ӨДАТУ-ла, 1992 й. — Математика институтында, 1993 й. — ӨДНТУла, 1997 й. — БДПУ‑ла, 2001 й. — БДАУ‑ҙа, 2004 й. — БДМУ‑ла, 2009 й. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. Д. асыла. 2009 й. БР‑ҙа 59 докторант уҡыған. Техника (18 докторант), пед. (8), филос. (6), химия (5), а.х., физика-матем., иҡт., Ер т‑дағы фәндәр (бөтәһе лә — 4‑әр), социол. (3), тарих (2), филол. (1) фәндәре өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә өҫтөнлөк бирелгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.