ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. нигеҙ һалына. 1955 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы составына инә (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы). Көндөҙгө уҡыу бүлектәре эшләгән: башҡ. һәм татар, 1939 й. алып урыҫ (1945 й. тиклем ситтән тороп уҡыу). Урыҫ бүлегендә 193945 йй. экстернат булған. Училище башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләгән. 1946 й. күп уҡытыусылар, студенттар һәм матди базаның бер өлөшө Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. күсерелә (ҡара: Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы), татар бүлеге Бәләбәй пед. уч‑щеһы составына индерелә. Д.п.у. китапханаһы, ярҙамсы хужалығы булған. Йыл һайын 250‑нән ашыу студент белем алған. Училище м-н С.Агиш, Х.Ҡунаҡбай, С.С.Һатыусин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 2 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, улар араһында Ш.Анаҡ, Ш.Бикҡол, Х.Ғиләжев, С.Х.Зайлалова, И.Е.Карпухин, А.Х.Пшеничнюк, Ә.Хәким; бында ш. уҡ Х.Х.Абдрахманов, М.Ғәли, Ғ.Й.Рамаҙанов уҡыған.

Р.М.Ғилманов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018