ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович (25.3.1859, Вильна губ. Вилейка ҡ. — 16.2.1939, Тәтеш ҡ.), педагог, халыҡ мәғарифын ойоштороусы. Статский советник (1902). Вильна уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1880) Ырымбур уҡытыусылар ин‑ты ҡарамағындағы 2 класлы халыҡ уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1886 й. алып 2 класлы Бәләбәй ҡала уч‑щеһы мөдире, Бәләбәй өйәҙ уч‑ще советы ағзаһы. 1898 й. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең, 1904 й. — Бәләбәй өйәҙенең халыҡ училищелары инспекторы. 1917 й. алып Ҡазан губ. Тәтеш өйәҙенең хлыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1919–28 йй. Тәтеш пед. техникумы уҡытыусыһы. Д. етәкс. Бәләбәй өйәҙендә 4 класлы Дәүләкән ҡала уч‑щеһына (1908), башҡа милләттәр өсөн мәктәптәргә (урыҫ‑башҡ. ҡатын-ҡыҙҙар, урыҫ‑немец, урыҫ‑эстон һ.б.), Бәләбәй уҡытыусылар семинарияһына (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) һ.б. нигеҙ һалына. 4‑се дәрәжә Изге Владимир (1910), 2‑се (1906) һәм 3‑сө (1896) дәрәжә Изге Анна, 2‑се (1901) һәм 3‑сө (1891) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

   Әҙәб.: Памятная книга на 1915 г. (Оренбургский учебный округ). Уфа,  1915.

Т.И.Әминев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018