ДАРЕЛМӨҒӘЛЛИМӘТ (ғәр. — мөғәллимәләр әҙерләй торған мәктәп), мосолман ҡатын‑ҡыҙҙары өсөн проф.-пед. уҡыу йорто. 1916 й. Өфөлә мосолман йәмәғәтселеге һәм Өфө губерна земство башҡармаһы юллауы б‑са асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Д. мәктәп тамамлаған йәки уның уҡыу программаһы күләмендәге белемгә эйә булған, мосолман дине ғилеме, ғәр., туған һәм урыҫ телдәре, математика б‑са ҡабул итеү имтихандары нигеҙендә 13 йәше тулған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 35 һум), ярлылар Ырымбур мосолман диниә назараты, мосолман йәмғиәттәре һәм айырым кешеләрҙең аҡсаһына тәьмин ителә. 5 йыллыҡ уҡыу курсы ҡаралған (1‑се — әҙерлек, 2—4‑се — төп, 5‑се — пед.). Дөйөм белем биреү (татар теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, ғәрәп теле, математика, физика, химия, тәбиғәт белеме, тарих, география, һыҙым, рәсем, йыр, музыка, ҡул эше), психология‑пед. (педагогика, психология, башланғыс мәктәп дәрестәрен уҡытыу методикаһы, гигиена) фәндәре һәм дин дәрестәре уҡытыла. Тәрбиәләнеүселәр мәктәптәрҙә бер йыллыҡ пед. практика үткән. Д. 1916 й. — 62, 1918 й. 179 ҡыҙ белем алған. 20‑се йй. башында Д. Өфө ҡатын‑ҡыҙҙар пед. курстарына үҙгәртелә.

Әҙәб.: Аминов Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018