ДӘҮЛӘКӘН БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ №3, 1936 й. 2‑се башҡ. урта мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1949 й. — урта мәктәп, 1954 й. — 1‑се тулы булмаған урта Мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң 3‑сө урта мәктәп, 2007 й. — 3‑сө гимназия, 2010 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уҡыу йортон 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Т.Д.Бабичева, Р.М.Сәлимгәрәева, Р.Н.Хоҙайғолова. 1942—44 йй. мәктәп бинаһында Разведчиктар хәрби авиация училищеһының курсанткалары казармаһы урынлашҡан.

Р.С.Дәүләтова

Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018