ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ 1. Өфөлә урынлашҡан. 1944 й. етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарының һәм инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы 9-сы башҡ. урта мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. алып 1-се Башҡ. респ. мәктәп-интернаты, 1991 й. — 1‑се Башҡ. респ. гимназия-интернаты. 1994 й. Р.Й.Ғарипов исеме бирелә. Ғарипов, М.Кәрим, Р.Ниғмәтиҙең кабинет-музейҙары, этнография музейы, картиналар галереяһы, һауыҡтырыу үҙәге бар. Уҡыу йорто м-н Ф.Ф.Абдуллина, Т.Х.Аслаев, И.И.Вәлиев, М.Ғ.Ғималова, С.Х.Зайлалова, Р.Ғ.Туйсина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 9 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.М.Айытҡолов, М.С.Алкин, Ә.Б.Бәкеров, Б.М.Ғайсин, Ғарипов, Р.Ф.Ғәбитов, Ю.И.Ғәйнетдинов, В.Ү.Ғәлимова, И.Ғ.Ғәләүетдинов, Н.Ғ.Ғәләүетдинова, М.Х.Иҙелбаев, И.Х.Йомағолов, Р.Йәнбәк, Р.Ф.Йәнбәков, Т.Ҡарамыш, А.М.Ҡобағошов, Н.А.Мәжитов, Ф.М.Нафиҡова, Р.З.Низамов, Р.Ә.Сафин, В.Ғ.Сәхәүетдинов, У.Ғ.Ураҡсин, Ә.Ә.Фәсхетдинов, З.М.Ханнанова, Ғ.Б.Хөсәйенов, Ә.З.Әсфәндиәров. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғариповтың ижади мираҫын популярлаштырған һәм башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн уның ис. премияны булдырыусы. Мәктәп терр‑яһында Ғариповҡа һәйкәл ҡуйылған (1997).

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика