ГАЛАНОВА Лидия Андреевна (7.11.1876, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. Зәй ҡ., — 2.4.1956, Өфө), педагог. РСФСР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1936), БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1922), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1947). Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡыған (Мәскәү, 1903—05). 1898—1903 йй. Минзәлә ҡ. ҡыҙ балалар гимназияһы уҡытыусыһы. 1905 й. студент сыуалыштарында ҡатнашҡан өсөн Өфөгә һөрөлә. 1906 й. алып Өфө ир балалар гимназияһы уҡытыусыһы, 1919 й. гимназия 2‑се баҫҡыс 2-се мәктәпкә  үҙгәртелгәндән һуң, уның директоры (1939 й. тиклем). Г. етәкс. мәктәп респ. тәүге тапҡыр политехник белем биреүгә күсә. Ленин (1951), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) орд. м-н бүләкләнгән. Г. исемен 1934—95 йй. 11-се урта мәктәп (ҡара: Аксаков гимназияһы №11) йөрөтә.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика