ВОСКРЕСЕНСК УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1860 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1866 й. алып башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Токарлыҡ‑слесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы, хоккей майҙансығы һ.б. бар. 1954 й. башлап мәктәпте 2,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Д.М.Бүләков, В.Г.Кузнецова, В.Ф.Пустарнаков. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында В.у.м. Мәскәү урта художество мәктәбенән (ҡара: Воскресенск картиналар галереяһы) эвакуацияланған балалар уҡый. 

 

К.П.Мокшанцев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика