ЗАРИПОВ Наил Ғарифйән улы (18.2.1957, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), инженер-механик. Физика-матем. ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында эшләй. 1986— 2005 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1995 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — фән б‑са директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта, 2006 й. — материалдарҙы өйрәнеү һәм металдар физикаһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре материалдарҙың үтә һығылмалылығын өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында металдарҙа һәм иретмәләрҙә, керамик һәм металл-керамик материалдарҙа үтә һығылмалы деформациялар ваҡытындағы физик-химик һәм структуралы үҙгәреүҙәр тикшерелгән; бирелгән үҙенсәлектәргә эйә булған интерметаллидтар, керамика, функциональ материалдар алыу технологиялары уйлап табылған. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

В.В.Астанин

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика