ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы (25.7.1948, Ишембай ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Мәскәү радиотехника з‑дының махсуслаштырылған КБ‑нда, 1978 й. алып МДУ‑ның ғилми‑тикшеренеү Иҫәпләү үҙәгендә (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, бер үк ваҡытта 1986—91 йй. Мәскәү автомеханика ин‑тында уҡыта. 1988 й. алып РФА‑ла: Кибернетика проблемалары ин‑тының, 1994 й. алып Юғары етештереүсәнле иҫәпләү системалары ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1997 й. — РФА‑ның А.А.Дородницын ис. Иҫәпләү үҙәгендә төп ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — бүлек мөдире, 2009—11 йй. баш ғилми хеҙм‑р (бөтәһе лә — Мәскәүҙә); бер үк ваҡытта 1991 й. алып Мәскәү авиация технологиялары ин‑тында, 1995—2010 йй. Мәскәү энергетика ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге иҫәпләү математикаһына, экстремаль мәсьәләләрҙең теорияһына һәм уларҙы һан м‑н сығарыу ысулдарына, идара итеү мәсьәләләренә арналған. И. оптималь идара итеү мәсьәләләренең тотороҡлолоғон һәм аппроксимацияларын тикшереү б‑са яңы ҡарашты нигеҙләй. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Обобщённый метод моментов в задачах оптимального управления. М., 1989 (авторҙ.);  Методы решения задач оптимизации. М., 1998; Вопросы устойчивости и аппроксимации задач оптимального управления системами с распределёнными параметрами. М., 2001.

Ф.В.Лубышев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке