ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ, осраҡлы күренештәрҙең матем. моделдәрен өйрәнеүсе математика фәне. И.т. төп бурысы — ваҡиғаның ихтималлығын (осраҡлы һынауҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаның тормошҡа ашырылыу мөмкинлеген характерлаусы һанды) табыу. И.т. осраҡлы ваҡиғаларҙың ихтималлығы һәм уларҙың күп һанлы бойондороҡһоҙ осраҡлы һынауҙар үткәргәндә сағыштырмаса йышлығы буйһонған законлылыҡтарҙы өйрәнә. Хәҙерге И.т. үҙ эсенә түбәндәге бүлектәрҙе ала: сик теоремалары, үлсәмдәре сикһеҙ арауыҡтарҙағы һәм алгебраик структураларҙағы бүленештәр, осраҡлы процестар һ.б. И.т. матем. аппараты һәм ысулдары тәбиғәт белемендә (күҙәтеү хаталары теорияһы), техникала (изделиеның ышаныслылығын — уның билдәле бер ваҡыт эсендә өҙлөкһөҙ эшләй алыу ихтималлығын билдәләү), статистикала (статистик мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү), страховкалау эшендә һ.б. өлкәләрҙә фәнни тикшеренеүҙәр үткәргәндә ҡулланыла. Башҡортостанда И.т. һәм математик статистика б‑са тәүге тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында үткәрелә: 1962—66 йй. системаларҙың ышаныслылығын иҫәпләү һәм, уларҙың элементтарын файҙаланыу режимы осраҡлылығын иҫәпкә алып, системаларҙың боҙолоу осраҡтарын эҙләү моделдәре төҙөлә (С.Ю.Рудерман). 1975 й. алып Математика институтында локаль стационар эҙмә‑эҙлелектәр өсөн асимптотик ғәҙәтилек үҙенсәлектәре өйрәнелә, күп үлсәмле мәғлүмәттәр өсөн параметрик булмаған гипотезаларҙы тикшереү алымдары тәҡдим ителә, ихтималлыҡлы оптималь тигеҙһеҙлектәр иҫбатлана (Н.Ҡ.Бәкеров). Авиация техник университетында осраҡлы процестар һәм матди функциялар өсөн локаль ваҡыттар теорияһы, Ито һәм Стратоновичтың стохастик интегралдарының траекториялар б‑са аналогтар теорияһы үҫеше б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Ф.С.Насиров).

Н.Ҡәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке