ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы (10.10.1944, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Нимесләр а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Р.С.Исмәғилевтең улы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1973), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1996 й. башлап авиация приборҙары төҙөү ф‑ты деканы, 2000 й. — электромеханика каф. мөдире, 2003 й. — уҡыу‑уҡытыу эше б‑са, 2009 й. — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре б‑са проректор, 2013 й. — кәңәшсе. 1967—82 йй. БДУ‑ла эшләй: 1972 й. алып баш энергетик, 1973—79 йй. адм.‑хужалыҡ эштәре б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре энергияның махсуслаштырылған электромеханик үҙгәрткестәрен төҙөү м‑н бәйле. И. етәкс. шартлауҙан һаҡлаусы асинхрон двигателдәр серияһы (Өфө агрегат производство берекмәһендә сығарыла), электр тогы генераторҙары эшләнә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Электромагнитные элементы систем управления со сложной геометрией ротора. Уфа, 1997; Общие вопросы проектирования технических объектов в электротехнике. М., 2003; Теория демпфирующих электромеханических преобразователей с распределённой вторичной средой. М., 2010 (авторҙ.).

И.Х.Хәйруллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке