ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы (29.5.1949, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. башлап уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ двигателдәренең һыуытыу системаларын уйлап табыуға арналған. И. ҡатнашлығында газ турбиналары көрәксәләрен конвектив һәм конвектив‑плёнка ярҙамында һыуытыу юлы м‑н еренә еткереү алымдары эшләнә, улар БР-ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Ф.Ғ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов