ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович (28.10.1938, Өфө – 6.2.1989, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Өфө) эшләй. 1965—76 йй. ӨАИ‑ла: 1971 й. алып материалдар ҡаршылығы каф., 1972 й. — ғәмәли механика каф., 1973—74 йй. машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1971 й. башлап Ғилми‑һынау агрегаттар ин‑тының (Мәскәү өлк. Белоозёрский ҡасабаһы) материалдар ҡаршылығы каф. мөдире, 1972 й. — лаб. етәксеһе. 1974 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу текстиль һәм еңел сәнәғәт ин‑тының машина деталдәре һәм күтәреү‑транспортлау машиналары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1983 й. башлап СССР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының машина деталдәре б‑са уҡытыу- методика идаралығы рәйесе. Фәнни хеҙмәттәре машина деталдәре элементтарының ныҡлығын һәм ышаныслылығын тикшереү м‑н бәйле. И. авиация конструкциялары элементтары эсендә көсөргәнеш тупланыуы мәсьәләләрен сығарыуҙың һанса ысулдарын уйлап таба. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Резьбовые соединения. М., 1973 (авторҙ.); Концентрация напряжений и деформаций в деталях машин. М., 1981; Расчёт на прочность деталей машин. М., 1993 (авторҙ.).

В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018