ИОНЛАШЫУ (гр. ión — барыусы), электрик яҡтан нейтраль өлөшсәләрҙең (атомдар, молекулалар һ.б. атомлы‑молекуляр системаларҙың) бер йәки бер нисә электроны айырылып китеү йәки ҡушылыу һөҙөмтәһендә иондарға әүерелеүе. “И.” термины элементар актҡа ла (атом, молекуланың И.), шундай акттарҙың йыйылмаһына ла (газ, шыйыҡлыҡ, ҡаты есем, плазма И.) тура килә. И. механизмы артыҡ энергияны өҫтәп индереүҙең ысулына һәм уның дәүмәленә бәйле, шунан сығып бәрелешеү (икенсе өлөшсәләр м‑н бәрелешеү һөҙөмтәһендә), ҡыр (көслө электр ҡыры тәьҫиренән), термик (юғары т‑ра тәьҫиренән), ҡаты есемдәрҙәге (мәҫ., тиҙ йөрөшлө атомдарҙың өҫкө йөҙ м‑н тәьҫирләшеүе) һ.б. И. төрҙәре айырыла. Ҡуйы газдарҙа түбән энергиялы өлөшсәләр шәлкеме м‑н тәьҫир иткәндә баҫҡыслы, юғары энергиялы тәьҫир итеү ваҡытында күп тапҡыр И. күҙәтәләр. И. процестары физикала (түбән температуралы плазма), химияла (иондар алмашыныуы), биологияла (зарядланған өлөшсәләрҙең күсерелеүе), электроникала һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 1960 й. алып Химия ин‑тында, 1980 й. — СССР ФА БФ Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. — Молекула һәм кристалдар физикаһы ин‑тында В.И.Хвостенко етәкс. күп атомлы молекулаларҙың кире иондары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, һөҙөмтәлә яңы эксперименталь ысул — кире иондарҙың резонанслы эләктереп алыныуының масс‑спектрометрияһы асыла һәм үҫеш ала, ул молекулаларҙың электрон төҙөлөшөн фундаменталь тикшереүҙәр һәм ғәмәли (аналитик) үлсәүҙәр башҡарырға мөмкинлек бирә.

Әҙәб.: Мазунов В.А., Юмагузин Т.Х., Хвостенко В.И. Масс-спектрометрия резонансного захвата электронов: метод и ретроспективный обзор. Уфа, 1987.

В.А.Мазунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.