ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР (лат. inter — араһында һәм металл), ике йәки бер нисә металдың иретеү, ныҡ ҡыҙҙырып йәбештереү, электролиз йәки механик ҡатыштырыу юлы м‑н алынған үҙ‑ара химик берләшмәһе (алю- минид, борид, силицид һ.б.). 20 б. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында (В.М.Имаев, Р.М.Имаев, Г.А.Салищев, М.Р.Шәһиев) титан, никель, ниобий силицидтарының төҙөлөшө һәм физик‑механик үҙенсәлектәре тикшерелә.

Р.М.Имаев

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке