ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ, етештереү, транспорт, энергетика, һыу хужалығы һ.б. б‑са талаптарҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. И.ҡ. ҡулланыу өлкәһенә (машиналар эшләү, металлургия, химия сәнәғәте, энергетика һ.б.), ер йәки һыу өҫтө кимәленә ҡарата урынлашыуына (ер өҫтө һәм ер аҫты ҡоролмалары, йөҙөү, һыу өҫтө һәм һыу аҫты ҡоролмалары), төҙөлөш‑конструктив һ.б. билдәләренә бәйле классификациялана. Функциональ билдәһе б‑са технологик ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн производство ҡоролмалары, коммуникация И.ҡ. (үткәргес торбалар өсөн терәктәр һәм эстакадалар, туннелдәр һ.б.), транспорт (бушатыу, кран эстакадалары һ.б.), һыйышлыҡ (һыу менән тәьмин итеү һәм канализация өсөн технологик һыйышлыҡтар, резервуарҙар, силостар һ.б.) ҡоролмалары һ.б. (мейес торбалары һ.б.) айырыла. И.ҡ. төҙөү өсөн тәбиғи һәм яһалма төҙөлөш материалдары, металл конструкциялар, йомшаҡ синтетик туҡымалар һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. алып И.ҡ. эшләү һәм проектлауҙы “Башгипронефтехим”, “Башкирдортранспроект”, “Башҡортостан Промстройпроекты”, БР Төҙөлөш комплексының ғилми‑тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑ттары һ.б. үтәй. 50‑се йй. башлап ҙур И.ҡ. төҙөүҙе “Башводмелиорация”, “Башгражданстрой”, “Башстрой”, “Башуралэнергострой” пр‑тиелары һ.б. алып бара. Шулай уҡ ҡара: Башня ҡоролмалары, Гидротехник ҡоролмалар, Мачта ҡоролмалары, Яһалма ҡоролмалар.

О.Л.Денисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018