ИНДИКАТОР (лат. indicator — күрһәткес), объекттың әлеге мәлдәге торошо йәки процесс барышы т‑дағы мәғлүмәтте уңайлы формала алыу һәм тапшырыу сараһы. Тормошҡа ашырыу ысулына ҡарап маркерлы (объектты табыуҙы һәм күҙәтеүҙе еңел- ләштереүсе ҡулайламалар), химик (химик реакция йәки физик процесс барышына ҡарап төҫөн үҙгәртеүсе матдәләр), биол. (объекттарҙың торошо тышҡы мөхиткә бәйләнгән), приборлы (объекттың рөхсәт ителгән сиктәрҙә булыуы т‑да сифатлы мәғлүмәт алыу өсөн үлсәү приборҙары) һ.б. И. айырыла; сигнал йоғонто яһаған рецепторҙарға ярашлы — визуаль, акустик һ.б.; прибор күрһәтеүҙәренә ҡарап аналоглы һәм цифрлы И. бүленә. И. авария булыу ихтималлығы, ашығыс мәғлүмәт алыныу т‑да хәбәр итә, ҡарар ҡабул итеүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итә һәм төп бәйләнеш сараларының береһе булып тора. Фәндең, техниканың төрлө өлкәләрендә һәм көнкүрештә ҡулланыла. Башҡортостанда ИПТЭР‑ҙа 1993 й. “Электра” ҒПБ м‑н берлектә коррозия тиҙлеге И. “Моникор‑1” һәм эшсе мөхиттәрҙең агрессивлығын контролдә тотоу һәм ингибиторҙарҙың лаб. һәм промысла шарттарында (−40°С т‑раға тиклем) эшләй алыу һәләтлеген тикшереү өсөн “Моникор‑2” уйлап табыла һәм 1994 й. башлап сығарыла. “Моникор‑2” И. мәғлүмәт туплағысы (табл. һәм график рәүешендә күрһәтелә), компьютерға тоташтырыу порты, мәғлүмәтте үҙ аллы үлсәү һәм иҫләү өсөн электрон коммутаторы, сигналды пр‑тиеның дөйөм телеметрия системаһына индереү өсөн ток сигналын тоташтырыу системаһы бар. 2003 й. ӨПЭБ‑ла электр сынйырында токтың булыуын контактһыҙ тикшереү өсөн ИТ‑2Н, сәнәғәт автоматикаһы системаһында алмаш ток селтәрен файҙаланған энергия ҡулланыусыларҙың тоташтырылған булыуын күҙәтеү өсөн ИТ2‑Н ток И. уйлап табыла һәм 2004 й. башлап сығарыу үҙләштерелә; И. эшләп тороусы ҡорамалдар селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге ҡаралған. 1979 й. ӨАПБ‑ла, карбюраторлы эске яныулы двигателдәрҙә файҙаланылған газдың ағыулылығын һәм яғыулыҡ тотоноуҙы кәметеү, двигателдең ышаныслылығын һәм эшләү ресурсын арттырыу маҡсатында, уларҙа ҡулланылған эшсе яғыулыҡ ҡатышмаһының оптималь составын һайлап алыу өсөн, ҡатышма сифаты И. етештерелә башлай.

В.С.Фетисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.