ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА, техниканың электр импульстарын барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеү, көсәйтеү йәки уларҙың параметрҙарын үлсәү ҡорамалдарын уйлап табыу, ш. уҡ электр сылбырҙарындағы импульслы процестарҙы өйрәнеү өлкәһе. Импульслы электр ҡорамалдары автоматика системаларында, иҫәпләү техникаһында, радиоэлемтәлә, радиолокацияла, телемеханикала, телевидениела, электротехникала һ.б. ҡулланыла. 20 б. 60‑сы йй. алып Башҡортостанда бәләкәй ҡеүәтле импульслы ҡорамалдарҙы файҙаланыусы техник саралар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (В.Я.Лукьянов), Нефть техник университетында (Ю.Д.Коловертнов), Авиация техник университетында (И.Л.Айытов, В.Г.Гусев, Ф.А.Ғиззәтуллин һ.б.) эшләнә. ӨДАТУ эргәһендәге “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ‑технологик бюроһында металдарҙы йылытыу, сыныҡтырыу һәм иретеү өсөн ҡулланылған ҡеүәтле энергия үҙгәрткестәре эшләнә һәм сығарыла (Ю.М.Гусев, Ю.М.Зинин, С.М.Кацнельсон, Л.Э.Рогинская, Г.И.Сабанеева, С.В.Шапиро һ.б.). Актив элементтары булған импульслы режимда эшләүсе ҡорамалдар “Магнетрон”, “Промсвязь” пр‑тиеларында, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. уйлап табыла һәм етештерелә.

В.Г.Гусев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018