ИМАЕВ Ренат Мәзит улы (21.2.1958, Өфө), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (1995). В.М.Имаевтың ағаһы. Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1990 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1996—2006 йй. ӨДАТУ‑ла, 2008 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре интерметаллидтарҙың төҙөлөшөн һәм физик‑механик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. И. ҡатнашлығында титан алюминидтары нигеҙендә утҡа сыҙамлы иретмәләр эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Superplasticity of Alloys, Intermetallides and Ceramics. Berlin; Heidelberg, 1992 (авторҙ.).

Р.Р.Мөлөков

Текст на русском языке

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018