ИМАЕВ Валерий Мәзит улы (20.1.1965, Өфө), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (2003). Р.М.Имаевтың ҡустыһы. Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1988) Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында эшләй: 2003 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта БДУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге интерметаллидтарҙың төҙөлөшөн һәм физик‑механик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. И. ҡатнашлығында титан алюминидтары нигеҙендә утҡа сыҙамлы иретмәләр эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Р.Р.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018