ИЛЬЧАНИНОВ Виктор Петрович (19.6.1939, Магнитогорск ҡ. — 25.1.2012, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Пермь ҡ. эшләй. 1964—2001 йй. ӨДАТУ‑ла (1988—2004 йй. теоретик механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге гироскоптар механикаһына, эске яныулы двигателдәрҙә хәрәкәт үҙгәрткестәрҙең яңы типтарын булдырыуға арналған. И. гироскоплы приборҙар динамикаһын өйрәнә. Асыштары РФ-тың машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Динамика аксиально-поршневых двигателей внутреннего сгорания. Уфа, 1992.

В.М.Горбаненко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.