ИЛЬИН Арлен Михайлович (8.1.1932, Ленинград — 23.6.2013, Мәскәү), математик. РФА акад. (2000), физика-матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1988). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй. 1963 й. алып СССР ФА‑ның В.А.Стеклов ис. Математика ин‑ты Свердловск бүлексәһенең бүлек мөдире. 1973—87 йй. СССР ФА БФ‑ның Физика һәм матем. бүлегенең лаб. мөдире. 1988 й. башлап Урал дәүләт ун‑тында, Урал политехник ин‑тында уҡыта, бер үк ваҡытта РФА‑ның Урал бүлексәһе Математика һәм механика ин‑тының (бөтәһе лә — Екатеринбург ҡ.) төп ғилми хеҙм‑ре, 1994 й. алып бүлек мөдире, 2002 й. — баш ғилми хеҙм‑ре һәм Силәбе ун‑ты уҡытыусыһы. Фәнни хеҙмәттәре ғәмәли математика һәм матем. физикалағы асимптотик тарҡалыуҙарҙы яраштырыу ысулын тикшереүгә арналған. И. бәләкәй параметрлы тигеҙләмәләрҙе һанса сығарыуҙың һөҙөмтәле ысулын тәҡдим итә, яраштырыу ысулын матем. яҡтан нигеҙләй, дифференциаль тигеҙләмәләр өсөн сик мәсьәләләрен сығарыу асимптотикаһы өлкәһендә ҙур өлөш индерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. (2000), И.Г.Петровский ис. пр. (1995) лауреаты.

Хеҙм.: Согласование асимптотических разложений решений краевых задач. М., 1989; Уравнения математической физики. М., 2009.

Л.А.Калякин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке