ИВИН Степан Мефодьевич [2.4.1925, Урал өлк. Мишкино а. (Ҡурған өлк.) — 6.4.2015, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. канд. (1955), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) 1952 й. тиклем һәм 1964—97 йй. шунда уҡ уҡыта: 1964—88 йй. теоретик механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1973—76 йй. авиация двигателдәре ф‑ты деканы. 1955—64 йй. БАХИ‑ла эшләй: теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1958 й. алып а.х. механизациялау ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге гироскоптың ғәмәли теорияһына: механик системалар хәрәкәтенең тотороҡлолоғон һәм тирбәлеүен, авиация двигателдәренең һәм ракеталарҙың ҡаты, бөгөлөүсән, һығылмалы һәм формаһы үҙгәреүсән роторҙарын динамик тигеҙләндереүҙе өйрәнеүгә арналған. Авиация двигателдәре турбиналары көрәксәләрен һайлауҙың динамик ысулын уйлап таба. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1982). 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

   В.Г.Терёшин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.