ИБРАҺИМОВ Илдар Абдулла улы (15.7.1932, Ленинград), математик. РФА акад. (1997), физика-матем. ф. д-ры (1966), проф. (1967). Ибраһимовтар нәҫеленән. ЛДУ‑ны тамамлаған (1956), 1960 й. алып шунда уҡ эшләй (1997—2000 йй. ихтималлыҡ теорияһы һәм матем. статистика каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1972 й. башлап лаб. мөдире, 2000—06 йй. РФА-ның В.А.Стеклов ис. Математика ин‑тының С.-Петербург бүлексәһе дир., 2006 й. — РФА советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре ихтималлыҡ теорияһын үҫтереүгә, осраҡлы стационар процестарҙың спектраль теорияһына, матем. статистикаға арналған. И. тәүге тапҡыр баһалауҙың асимптотик һөҙөмтәлелеген, мартингал-айырмалар өсөн үҙәк сикләмә теоремаһын (мөмкин тиклем аҙ сикләүҙәр булғанда) иҫбатлай; функционалдарҙы осраҡлы буталыуҙарҙан асимптотик анализлау ысулын үҫтерә, сикһеҙ бүленеүсене ярым күсәрҙәге әһәмиәттәре б‑са урынлаштырыуҙы тергеҙеү мөмкинлеге мәсьәләһен хәл итә; айырым сығарылмаларҙа стохастик дифференциаль тигеҙләмәләр өсөн кире мәсьәләләр б‑са эштәр башҡара. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. лауреаты (1970). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2002).

Хеҙм.: Гауссовские случайные процессы. М., 1970 (авторҙ.); Асимптотическая теория оценивания. М., 1979 (авторҙ.); Предельные теоремы для функционалов от случайных блужданий. СПб., 1994 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.