ЗӨБӘЙЕРОВ Сибәғәт Ғариф улы [9.5.1946, БАССР‑ҙың Воскресенск р‑ны Воскресенск а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1974—75 йй. өлк. ғилми хеҙм‑р, 2001 й. алып тау һәм ғәмәли математика каф., 2007 й. — механика һәм машиналар конструкциялау каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтте механизацияланған юл м‑н сығарыу, скважиналарҙы ремонтлау техникаһы һәм технологиялары м‑н бәйле. З. тарафынан тәрәндәге динамографтар, скважина насостары, ауыш скважиналар өсөн штангалы колонналар, насос ҡоролмалары өсөн ер өҫтө күсергестәре һәм вибрациялы һүндергестәр һ.б. уйлап табыла, улар БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Исследование демпфирующих свойств компенсатора колебаний УЭЦН на специализированных стендах //Вестник УГАТУ. 2011. Т15. №4 (авторҙ.); Исследование результирующего крутящего момента в колонне штанг //Проблемы сбора, подготовки и транспорта нефти и нефтепродуктов. 2011. №4 (авторҙ.).

И.Ғ.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика