ЗАРИПОВ Мәҙиәр Фәхретдин улы (11.5.1929, Коканд ҡ. — 15.4.2006, Әстерхан ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1970). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1975), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Мәскәү энергетика ин-тын тамамлаған (1956). 1962 й. алып Куйбышев, 1964 й. башлап Ташкент политехник ин‑ты уҡытыусыһы. 1972 й. алып ӨАИ‑ның мәғлүмәт-үлсәү техникаһы каф. мөдире һәм бер үк ваҡытта СССР ФА БФ‑ның лаборатория мөдире. 1980 й. — Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау инженерҙары ин‑тында, 1993 й. — Әстерхан техник ун-тында. Фәнни эшмәкәрлеге мәғлүмәт-үлсәү техникаһы, етештереүҙе автоматлаштырыуға бәйле. З. етәкс. төрлө физик тәбиғәтле, бүленеүле параметрлы мәғлүмәт ҡоролмаларының һәм идара итеү системаларының конструкциялары һәм элементтары теорияһының нигеҙҙәре әҙерләнелә. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа өлкәләренең, яҡын сит илдәрҙең пр‑тиеларында индерелгән. 190-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 230 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электрические измерения электрических и неэлектрических величин. Уфа, 1974 (авторҙ.); Функциональные преобразователи перемещения. М., 1976 (авторҙ.).

М.А.Ураҡсыев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика